15.02.2022
1989 йылдың 15 феврале илебез тарихына мәңгелеккә кереп ҡалды. Был көндө совет ғәкәрҙәренең һуңғы һугышсылары Афғанстан еренән сығарылды.
Был
афғансы ир-егетләребеҙҙе хөрмәтләү,
сит ерләрҙә башларын һалган якташларыбыҙҙы
искә алыу, уларҙың якындарының хәлен
белеү көнө булып тарихҡа кереп ҡалды.
Афған бәрелешләрендә ғәзиз улдарын
юғалтып, күпме әсәләр ҡанлы күз йәштәре
түктеләр. Улар алдында оло хөрмәт менән
баш эйәбеҙ.
Байыш ауыл китапханаһында
15 февраль-Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын
үтәгән рәсәйлеләрҙе иҫкә алыу көнөнә
арналған осрашыу үтте. Сараға хеҙмәт
бурысын Ватандан ситтә үтәгән
ауылдаштарыбыҙ:
Р.Р,Хәмиҙуллин(Германия),Х.Ә.Назаров(Чехословакия),
А.Ә.Дәүләтшин(Польша),И.Ә.Йәркәев(Монголия),М.Й.Йылҡыбаев(Венгрия),И.Ғ.Ҡарасурин(Германия)саҡырылды.
Был сараны Ейәнсура район музейының
хәтер ойошмаһы ағзаһы Ҡыуатов Р.Р асты.
Шулай уҡ был саранан Байыш ауыл биләмәһе
башлығы А.З.Ҡуланчин да ситтә ҡалманы
һәм ошо иҫтәлекле дата менән ҡотланы.
Осрашыуға Байыш урта мәктәбенең өлкән
класс уҡыусылары һәм ОБЖ уҡытыусыһы
С.М.Мөхәмәтйәнов килде.Саҡырылған
ҡунаҡтар үҙҙәренең ҡасандыр үтәгән
хәрби бурыстары тураһында һөйләнеләр
һәм уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап
бирҙеләр.Был осрашыу сараһы шундай
фәһемле һәм ҡыҙыҡлы үтте.
Илдәребеҙ
имен булһын!
Дата создания: 27.02.2022
Дата обновления: 27.02.2022
Дата публикации: 15.02.2022