20.02.2021
21 февраль - Туған телдәр көнөнә ҡарата Ғайса Аҡманов исемендәге Байыш урта мәктәбендә төрлө саралар уҙҙы. Башҡорт теле дәрестәрендә һәм класс сәғәттәрендә туған телгә арналған бәйгеләр, флешмобтар үткәрелде һәм уҡыусылар Халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ҡатнаштылар. Этномәҙәни шәмбе сиктәрендә халҡыбыҙҙың милли аштарына, традицияларына, йолаларына арналған дәрестәр, мәктәп музейына экскурсиялар ойошторолдо.
Просмотров всего: , сегодня: