10.09.2020
Милли кейем көнө.
Милли кейем - милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын күрһәткән дәлил ул.10 сентябрҙә Милли кейем көнөнә Байыш
урта мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары ихлас ҡушылды. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар милли кейемдәр кейеп, милли биҙәүестәр тағып килделәр.1-9 кластарҙа берҙәм класс сәғәттәре үтте. 10, 11 класс
уҡыусыларына түшелдеректәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Уны ошо эшкә күңелен һалған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлдәр Тоҡомбәтова үткәрҙе.
Дата создания: 14.09.2020
Дата обновления: 14.09.2020
Дата публикации: 10.09.2020