" Их, күңелле, бик күңелле ҡышҡы каникулдар!»

05.01.2020

     Яңы йыл каникулдары-балалар өсөн иң күңелле һәм мауыҡтырғыс мәл. Балаларҙың ни тиклем яҡшы һәм бай ял итеүенә уларҙың алдағы уҡыу эшсәнлеге бәйле буласаҡ. 
   Байыш мәҙәниәт йортонда " Их, күңелле, бик күңелле ҡышҡы каникулдар!» исемле уйындар уткәрелде. 

    Унда балаларға күңелһеҙләнергә тура килмәне.Балалар үҙҙәренең етеҙлектәрен, тиҙлеген һәм сыҙамлылыҡтарын күрһәтә алдылар. "Күңелле пингвиндар", "Яңы йыл шкатулкаһы"," Тылсымлы таяҡ"," Ҡыш Бабай бүләктәре " һ.б. конкурстарҙа ҡатнаштылар. Балалар шыршы тирәләй әйләнеп йырлап- бейеп тә алдылар, барлыҡ конкурстарҙа ла бик ҙур теләк менән ҡатнаштылар, күңелле һәм ҡыҙыҡлы итеп ваҡыт үткәрҙеләр. Сара тәмлекәстәр һәм бүләктәр биреү менән тамамланды.

Просмотров всего: , сегодня: Хочу такой сайт

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 08.01.2020

Дата обновления: 08.01.2020

Дата публикации: 05.01.2020

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».